Новости
29 Август 2024, 05:55

Улар аңлы рәүештә

енәйәткә бара

Улар аңлы рәүештәУлар аңлы рәүештә
Улар аңлы рәүештә

Алкоголь эсемлектәр ҡулланған килеш транспорт менән идара итеү юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу тип һаналыуы һәм уның йәмғиәткә ҙур ҡурҡыныс янауы хаҡында иҫкәрткем килә.
Иҫерек водитель – енәйәтсе икәнен хәтерҙән сығарырға ярамай. Ул кеше полиция хеҙмәткәрҙәренә тотолмаҫмын тигән ышаныс менән аңлы рәүештә законды боҙоуға бара. Нәҡ шундай руль артына эскән килеш ултырған кешеләр төҙәтә алмаҫлыҡ ҡайғылар килтерә, кеше яҙмышында ауыр эҙемтәләр ҡалдыра. Иң мөһиме – шундай иҫерек водителдәр арҡаһында бер ғәйепһеҙ кешеләр яфа сигә.

Шуға күрә ошондай хоҡуҡ боҙоуҙы күрһәгеҙ, мотлаҡ хәбәр итегеҙ! Шул рәүешле һеҙ бер нисә кешене бәлә-ҡазанан ҡотҡарып, үлемдән һаҡлап ҡала алаһығыҙ.

Заһир Байбулов, Баймаҡ дәүләт автоинспекцияһының өлкән инспекторы.

Автор:
Читайте нас