+24 °С
Ямғыр
Өфөлә 4 йәшлек бала өсөнсө ҡаттың тәҙрәһенән ҡолап төшкән. Бәхетһеҙ осраҡ бөгөн иртәнге сәғәт 11 тирәһендә Азатлыҡ урамындағы 15-се йортта теркәлгән.
Ваҡиға урынына тиҙ ярҙам бригадаһы килеп еткән. Дүрт йәшлек малай дауаханаға оҙатылған.
Өфө граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, был ваҡытта ата-әсә өйҙә булған. Бала аш-һыу бүлмәһенең асыҡ торған тәҙрәһенән йығылып төшкән.
Ҡотҡарыусылар өлкәндәргә балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш бирә, айырыуса тәҙрәһе асыҡ булған бүлмәләрҙә.