Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров генерал Шайморатов ордены кавалерҙар клубы ағзаларына махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең бәлиғ булмаған балаларын шефлыҡҡа алырға тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренсә, улар ир-егет тәрбиәһенә һәм иғтибарына мохтаж.
«Уларҙың ир-егеттәр яҡлауына мохтаж булыуы менән килешәм. Һәләк булған ир-егеттәребеҙҙең һәр ғаиләһе беҙҙең иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алынырға тейеш. Бында битараф булырға ярамай. Уларҙы сараларға саҡырырға тейешбеҙ. Һеҙҙең башланғыс тураһында уйларға кәрәк. Һәр берегеҙ шылтыратырға йәки ғаиләләрҙең хәлен белешеп сығырға мөмкин. Бик яҡшы тәҡдим», — тине Радий Хәбиров.
Генерал Шайморатов ордены кавалерҙары клубы ағзалары республика өсөн бик күп файҙалы эштәр башҡара ала, тигән ышаныс белдерҙе республика етәксеһе.
«Орден беҙҙең ғәскәрҙәрҙә юғары баһалана. Клубты ойоштороу тураһында ҡарарҙы ентекле уйлап ҡабул иттек. Иң мөһиме — файҙалы булыу һәм ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы үтәү», — тине Радий Хәбиров.
Яугирҙәрҙең рухи остазы Хәмзә хәҙрәт һүҙҙәренсә, тиҙҙән яңы уҡыу йылы башлана һәм Шайморатов ордены кавалерҙарының һәр береһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын беренсе класҡа оҙатып барырға мөмкин. «Мин шундай йөкләмә бирҙем һәм был традицияға әүерелергә тейеш», — тине Радий Хәбиров.
Генерал Шайморатов ордены кавалерҙары клубы советында иң лайыҡлы кешеләр генә, тип билдәләне республика етәксеһе. «Унда яугирҙәр ҙә, эске эштәр хеҙмәткәрҙәре лә, уҡытыусылар ҙа, хәрби журналистар ҙа, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә бар. Был иһә илһөйәрлек тәрбиәһе лә, хәстәрлек тә, геройҙарҙың хәтерен мәңгеләштереү ҙә,тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.