+24 °С
Ямғыр
Башҡортостанда Нуриман районының Усть-Салдыбаш ауылы янында Ҡариҙел йылғаһында балыҡ тотҡанда ике ир ҡаянан ҡолап төшкән. Күреп ҡалыусылар бер ирҙе ҡотҡарып алып, ярға сығара. Икенсе, 54 йәшлек ирҙе икенсе көндө иртән генә үлгән килеш табалар.
Миәкә районындағы Күл-Ҡуңҡас күлендә тағы ла бер фажиғә теркәлгән. Унда ҡотҡарыусылар 50 йәшлек балыҡсыны һыуҙан сығарған.
Ике осраҡ буйынса ла оператив-тикшереү саралары үткәрелә, тип хәбәр иттеләр БР буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.