Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Август 2024, 03:53

Уңған ҡулдар матурлыҡ тыуҙыра

Иләгенә күрә – ҡапҡасы, тиһәләр ҙә был подъезд тураһында улай тип әйтмәҫ инем. Ике ҡатлы был йорттоң тышҡы йөҙө бик үк яҡшынан булмаһа ла, ишеген асып инеү менән беҙҙе бөтөнләй икенсе мөхит ҡаршы ала. Иҙәне тап-таҙа, бер сүп күрмәҫһең. Бүлмә гөлдәре үҫеп ултыра. Урамда ҡойоп яуған ямғыр арҡаһында хасил булған бысраҡ был подъезды урап үтә. Ә стенаһына башҡорт халҡының “Урал батыр” эпосының геройҙары һынландырылған. Уны яҡташ рәссам Фәнис Ҡормашов төшөргән. Был йортта йәшәүселәр, ҡунаҡтар улар нигеҙендә халҡыбыҙҙың үлемһеҙ эпосы менән балаларын да таныштыра...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Иләгенә күрә – ҡапҡасы, тиһәләр ҙә был подъезд тураһында улай тип әйтмәҫ инем. Ике ҡатлы был йорттоң тышҡы йөҙө бик үк яҡшынан булмаһа ла, ишеген асып инеү менән беҙҙе бөтөнләй икенсе мөхит ҡаршы ала. Иҙәне тап-таҙа, бер сүп күрмәҫһең. Бүлмә гөлдәре үҫеп ултыра. Урамда ҡойоп яуған ямғыр арҡаһында хасил булған бысраҡ был подъезды урап үтә. Ә стенаһына башҡорт халҡының “Урал батыр” эпосының геройҙары һынландырылған. Уны яҡташ рәссам Фәнис Ҡормашов төшөргән. Был йортта йәшәүселәр, ҡунаҡтар улар нигеҙендә халҡыбыҙҙың үлемһеҙ эпосы менән балаларын да таныштыра.

- Беҙ йәшәгән был йорт 1970 йылда төҙөлгән, - тине подъезд буйынса яуаплы Людмила Савченко. -  Ғаиләм менән бында 54 йыл йәшәйем. Йылдар үтеү менән был йорт та тамам туҙҙы, иҫкерҙе. Капиталь ремонт талап ителде. Бер шулай Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡҡа эш сәфәре менән килгәнендә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев менән беҙҙең эргәнән үтеп бара ине. Эргәһенә барып, беҙҙең дә подъезды ҡарап сығыуын һораным. Ҡаршы булманы, килеп беҙҙең көнкүреш менән танышып сыҡты. Ремонт кәрәклеге хаҡында үтенесемде еткерҙем. Ул ваҡытта Радий Фәрит улы бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ләкин уның тейешле күрһәтмә биргәне аңлашылды. Сөнки киләһе йылына беҙҙең подъезда ғына түгел, тотош йортта капиталь ремонт эштәре башҡарылды. Ҡыйығы яңыртып ябылды, йорттоң тышҡы йөҙө һәм подъездарҙың стеналары буяп-һыланды. Нигеҙе нығытылды. Улай ғына ла түгел, беҙҙең йорт алдында “Башҡорт ихатаһы” программаһына ярашлы балалар һәм спорт майҙансығы ҡалҡып сыҡты. Шундай иғтибар өсөн республика Башлығы Радий Хәбировҡа, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа һәм уларҙың командаһына рәхмәт кенә белдерәбеҙ.

Людмила Савченко башҡарылған эштәр тураһында  ҡыуанып һөйләне. Һөҙөмтәлә 2021 йылда “Иң яҡшы күп ҡатлы йорт подъезы һәм ихата алды” конкурсында ҡатнашып, Тыныслыҡ урамындағы 17-се йорттоң беренсе подъезы икенсе урын яуланы. Ләкин бөгөн килеп хәлдәрҙең бер аҙ кире күренеш алыуына борсолоуын да белдерҙе.

- Беҙҙең подъезда һигеҙ фатир, - тине ул. – Башлыса йәштәр йәшәй. Подъезды йыуып, йыйыштырыу бурысын үҙебеҙ башҡарабыҙ. Шуның өсөн дә дежурлыҡ ойошторолған. Ләкин ҡайһы бер фатирҙа йәшәүселәр иҙәндәрҙе йыуып, таҙалап сығыуҙан баш тарта. Һөҙөмтәлә бар көс хаҡлы ялда булғандарға төшә. Ошо уҡ подъезда йәшәгән Рәйлә Ноғоманова менән бергә таҙалыҡ булдырырға тырышабыҙ. Шуның арҡаһында ғына беҙҙә һәр саҡ бөхтәлек хакимлыҡ итә.

Матурлыҡҡа ғашиҡ ханым ысынлап та был тәңгәлдә күп эштәр башҡара. Йорт алдындағы баҡсаға сәскәләр ултырта. Уларҙы даими тәрбиәләп тора. Уңған хужабикәләргә генә хас етеҙлек менән ихата алдындағы сүп-сарҙы ла йыйыштырып ҡуя.

Бындағы таҙалыҡты күреп, сағыштырыу өсөн ошо уҡ йорттоң икенсе подъезына үтеп инәм. Бында иһә хужаларса ҡараш етмәүе ярылып ята ине...

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотоһында:   

Уңған ҡулдар матурлыҡ тыуҙыра
Уңған ҡулдар матурлыҡ тыуҙыра
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас