Новости
27 Август 2024, 06:33

Темәстәр шампиньон үҫтерә

– Яңы йыл табынын әҙерләгәндә магазиндарҙан кәрәкле бәшмәктәр таба алманым. Шул ваҡытта күңел төбөндә уларҙы үҙебеҙгә үҫтереп ҡарарға ине, тигән осҡон ҡабынды. Әле был беҙҙең беренсе тәжрибә, – тип әңгәмәгә ҡушылды хужабикә Фирүзә Маркова. – Бәшмәктәрҙе тәрбиәләү серен интернет селтәренән ҡарап өйрәндек. Белмәгәнебеҙ ҙә күберәктер, моғайын. Тәүге шытымдарҙы күреп, ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Бөгөнгө уңышыбыҙға шатбыҙ. Был беҙгә дәрт һәм дарман өҫтәй...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Темәс ауылынан Фирүзә һәм Владислав Марковатарҙың күптәнге хыялдары тормошҡа ашты. Бөгөн улар үҙ биләмәләрендә аҡ көләпә, йәғни шампиньондар үҫтереү менән шөғөлләнә.

– Алты-ете йыл элек шундай хыял барлыҡҡа килгәйне, - тине ғаилә башлығы Владислав Марков. – Ләкин ул ваҡытта аҡса ла, ваҡыт та булманы. Ниһайәт, былтыр күптәнге хыялыбыҙҙы тормошҡа ашыра башланыҡ. Бының өсөн бәшмәк үҫтереү өсөн махсус бина төҙөп ултырттыҡ. Ул электр энергияһы менән йылытыла, эскә һыу селтәре индерелгән.

Макаровтарға эшмәкәрлектәрен артабан үҫтереү өсөн таныштары мәшғүллек үҙәгенән социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам юллап ҡарарға кәңәш бирә. Программаға инеп китеүҙәренә бик үк ышанмаһалар ҙа, тейешле документтар туплап, смета төҙөп тапшыралар. Һуңынан комиссия алдында проекттарын яҡлап сығыш яһайҙар. Һөҙөмтәлә Макаровтарға уңыш йылмая. 350 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамына камераны һыуытыу, елләтеү, йылытыу, һыу үткәреү, улгекислый газдың кимәлен үлсәү өсөн ҡорамалдар һатып алалар. Был уларҙың эшмәкәрлеген артабан үҫтереүгә тос өлөш индерә.

Ауырлыҡ менән хыялға табан яһалған бер аҙым бөгөн үҙ емештәрен бирә башлаған да инде. Әле 78 квадрат метрлыҡ майҙанды биләгән камерала гөрләп шампиньондар үҫә. Бөгөнгә утыҙ биш килограм бәшмәк йыйып алғандар. Алдағы көндәрҙә тағы ла яҡынса 200-300 килограм уңыш алырға иҫәп тоталар. Әле ҡулланышта бер генә бәшмәк үҫтереү камераһы бар. Киләсәктә йыл әйләнәһенә уңыш алыу өсөн уларҙың һанын өсәүгә еткереү мөһим, тип белдерҙе бәшмәкселәр.

– Яңы йыл табынын әҙерләгәндә магазиндарҙан кәрәкле бәшмәктәр таба алманым. Шул ваҡытта күңел төбөндә уларҙы үҙебеҙгә үҫтереп ҡарарға ине, тигән осҡон ҡабынды. Әле был беҙҙең беренсе тәжрибә, – тип әңгәмәгә ҡушылды хужабикә Фирүзә Маркова. – Бәшмәктәрҙе тәрбиәләү серен интернет селтәренән ҡарап өйрәндек. Белмәгәнебеҙ ҙә күберәктер, моғайын. Тәүге шытымдарҙы күреп, ҡыуанысыбыҙҙың сиге булманы. Бөгөнгө уңышыбыҙға шатбыҙ. Был беҙгә дәрт һәм дарман өҫтәй.  

Ысынлап та, ергә эйелеп, тир түкһәң генә хеҙмәтеңдең уңышын күрергә, уға һөйөнөргә мөмкин. Макаровтар микроклиматты даими контролдә тотоуға айырым иғтибар бирә. Сөнки бәшмәктәр әҙ генә үҙгәреште лә тиҙ тойоусан. Тайпылыш булған осраҡта уларҙан уңыш алыуға өмөт әҙ. Шуға күрә лә, Макаровтар һауаның дымлылығын, температура режимын көйләп бәшмәктәр өсөн яһалма рәүештә “яҙ”, “йәй” һәм “көҙ” миҙгелдәрен булдырыу мөһимлеген улар яҡшы аңлап эш итә. Көндөҙ генә түгел, төндә лә камералағы һауа температураһының кимәлен даими күҙәтеп баралар. Махсус ҡуйылған ҡоролма климатта булған үҙгәреш хаҡында шунда уҡ иҫкәртә.

Әлеге көндә йыйып алынған уңыш баҙарға сығарып һатыла. Өйҙәренән дә килеп алалалар, заказ биреүселәр ҙә күп. Киләсәктә Макаровтар үҫтергән бәшмәктәренә сертификат алып, ҙур сауҙа нөктәләренә һатыуға сығарыуға ниәтләй. Бының өсөн, әлбиттә, эшмәкәрлекте тағы ла арттырыу талап ителә. Тимәк, уларҙы алда тағы ла тынғыһыҙ көндәр, айҙар көтә...

Лилиә ТАКАЕВА.

Темәстәр шампиньон үҫтерә
Темәстәр шампиньон үҫтерә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас