Баймаҡ районында Һәм Баймаҡ ҡалаһында "ИЗГЕЛЕК ШАРОМАРАФОНЫ" хәйриә акцияһы башланды. Был изге эштәр марафоны. Теләгән һәр кем урындағы инвалидтар йәмәғәт ойошмаһына бушлай хәйриә ярҙамы күрһәтә ала. Акция сиктәрендә саралар үткәреләсәк:
29 августа халыҡ ижады үҙәгендә 10.00 сәғәттән "Быуындар тәжрибәһе" белем биреү форумы (ата-әсәләр һәм балаларҙы уҡытыу, оҫталыҡ дәрестәре, партнерҙар доклады, белгестәр һәм психологтар консультациялары).
29 августа 11.00 сәғәттә балалар өсөн үҙәк майҙанда уйын.
29 августа 17.00 сәғәттә үҙәк майҙанда халыҡ ижады үҙәге артистары ҡатнашлығында хәйриә концерты.
Акция 5 сентябргә тиклем дауам итәсәк Һәм халыҡ-ара хәйриә көнөндә бөтә әүҙем бағыусыларҙы билдәләп, йомғаҡ яһаясаҡбыҙ.
Беренсе изге эш Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы Уразбаев "Өмөт бар" клубына коляска тапшырҙы. Афарин!