Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Август 2024, 04:40

Ике йәшлек баланың ғүмере ҡотҡарып ҡалынған

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы врачтары уникаль операция яһаған. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Урғаҙа ауылынан ике йәшлек бала танауына уйынсыҡ остоғон тыҡҡан. Уның өсөн борсолған ата-әсә “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡан һәм уны Сибай үҙәк ҡала дауаханаһына оҙатҡандар. Ләкин бында баланың танауындағы әйберҙе ала алмағандар. Ваҡиға киҫкен хәл алған. Шунлыҡтан уны кисекмәҫтән Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына оҙатырға ҡарар иткәндәр. Дауахананала хирургтар кисекмәҫтән ауыр операцияға тотонған һәм баланың танауынан сит әйберҙе алыуға өлгәшкәндәр.

Баланың ғүмеренә хәүеф янамай, тип хәбәр итә Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы баш врачы Илшат Рыҫҡужин үҙенең сәхифәһендә.

Ике йәшлек баланың ғүмере ҡотҡарып ҡалынған
Ике йәшлек баланың ғүмере ҡотҡарып ҡалынған
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас