Телефон мутлашыусылары Өфөнән балалар баҡсаһы хеҙмәткәрен алдаған. Ул ике миллион һумдан ашыу кредит менән ҡалған, тип хәбәр итә Башҡортостан эске эштәр министрлығы. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ҡатынға банк хеҙмәткәре тип шылтыратыу килгән. Уның менән әңгәмә барышында ҡатын телефонға улар ҡуйған ҡушымтаны ҡуя һәм уға 1,5 миллион һум күләмендә кредитҡа ғариза яҙылғанын күрә. Мутлашыусы был аҡсаны "хәүефһеҙ" иҫәп-хисаптарға күсерергә кәрәклеген аңлата. Артабан ялған хеҙмәткәрҙәр тағы менән тағы ла шылтырата һәм тағы ла аҡса күсерергә кәрәклеген әйтә. Ҡатын, уяулығын юғалтып, билдәһеҙҙәрҙең бөтә күрһәтмәләрен үтәй.
Артабан мутлашыусылар алдауҙарын дауам итә. Улар ғариза биреүсенең әсәһенең мәғлүмәттәрен һорай башлай. Әммә тәрбиәсе шул саҡта был телефон мутлашыусылары булыуын аңлай һәм һөйләшеүҙе туҡтата.
Башҡортостан Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, уҙған ял көндәрендә республика халҡы 6 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.