Новости
24 Август 2024, 04:50

1 сентябрҙән - ташлама

Был льгота мәктәп уҡысыларына һәм студенттарға

1 сентябрҙән мәктәп уҡыусылары һәм көндөҙгө бүлек студенттары Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының ҡала яны поездарында ташламалы хаҡ менән йөрөү өсөн документтар һатып алырға мөмкин. Республикабыҙҙа ташлама 50% тәшкил итә. Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, ташламалы билет алыу өсөн уҡыусыларға – мәктәптән белешмә, студенттарға студент билеты талап ителә. Белешмәлә йәки студент билетында исем-шәриф, белем биреү учреждениеһының реквизиттары һәм юридик адресы күрһәтелергә, етәксенең мисәте, ҡултамғаһы булырға тейеш.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас