Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Август 2024, 10:23

Ҡыҙыҡай магнит шарҙары йотҡан

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына ауыр хәлдә бер баланы алып киләләр. Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы врачтары тағы ла үҙҙәренең юғары һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте. Эсе ауыртыуына зарланған бәләкәй ҡыҙыҡайҙы ҡабул итеү бүлегенә алып киләләр. Рентген үткәргәндән һуң уның магнит шарҙарын йотоуы асыҡлана. Врачтар кисекмәҫтән уға операция яһай. Ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйып, медицина ярҙамы күрһәтеү һөҙөмтәһендә баланың ғүмере ҡотҡарып ҡалына. Бөгөн уның ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янамай. Был хаҡта Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин үҙенең социаль селтәрендәге битләүендә хәбәр итә. Афарин, Баймаҡ врачтары!

Ҡыҙыҡай магнит шарҙары йотҡан
Ҡыҙыҡай магнит шарҙары йотҡан
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас