Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Август 2024, 09:45

Өс автомобиль ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә

бер водителдең ғүмере өҙөлгән

Башҡортостанда өс автомобиль ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә водителдең ғүмере өҙөлгән. Авария көндөҙ Дүртөйлө районында Р-240 автомобиль юлының 97-се саҡрымында теркәлгән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Лада Приора» рулендәге 28 йәшлек ир ҡаршыға килгән УАЗ, һуңынан «Лада Гранта» менән бәрелешкән.

«Юл-транспорт ваҡиғаһында «Гранта» водителе, Ағиҙел ҡалаһынан 54 йәшлек ҡатын, алған йәрәхәттәрҙән вафат булған. «Приора» водителе дауаханаға оҙатылған», — тип хәбәр ителәр республика дәүләт автоинспекцияһынан.

Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Һеҙҙе өйҙә көтәләр!

Автор:
Читайте нас