Башҡортостанда мул ямғырҙарҙан һуң уңыш һәләк булыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Әбйәлил, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Борай, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Йәрмәкәй, Ейәнсура, йылайыр, Иглин, Илеш Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондары Һәм Күмертау ҡалаһы биләмәләрендә 2024 йылдың 11 июленән 20 авгусына тиклем тупраҡтың артыҡ дымланыуы арҡаһында ауыл хужалығы культуралары сәсеүлектәренең һәләк булыуы сәбәпле, ғәҙәттән тыш хәл индерелде. Был режим 11 сентябргә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.
Ауыл хужалығы министрлығына муниципалитеттар менән берлектә тупраҡтың артыҡ дымланыу эҙемтәләре буйынса саралар планын тормошҡа ашырырға ҡушылды. Район һәм ҡала хакимиәттәренә тармаҡ ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары етәкселәре менән берлектә 5 сентябргә тиклем ауыл хужалығы министрлығына ауыл хужалығы культураларының һәләк булыуынан килгән зыянды дәлилләгән документтарҙы ебәрергә кәрәк.
Шулай ҙа ямғырҙар туҡтап, көн сыуаҡлап, игенселәребеҙ мул уңыш алһын, тип теләйек. Икмәк булһа, йыр ҙа була, тип юҡҡа әйтелмәгән.