Новости
23 Август 2024, 04:10

Бүреләр һарыҡтарға

һөжүм иткән

Бүреләр һарыҡтарғаБүреләр һарыҡтарға
Бүреләр һарыҡтарға

Ғафури районының Таш-Асты ауылында бүреләр көндөҙ көтөүгә һөжүм иткән.  Был хаҡта "Йылым" тәбиғәт паркының социаль селтәрҙәрендә хәбәр ителде.

Әгәр өлкән инспектор Айрат Айбатов ваҡытында ярҙамға килмәһә кешеләр бик күп малын юғалтыр ине.

- Һуңғы ваҡытта парк хеҙмәткәрҙәренә йыш ҡына  бүреләр менән осрашырға тура килә. Был хайуандар өсөн дә, кешеләр өсөн дә ҙур хәүеф, — тип иҫкәрттеләр республика халҡын социаль селтәрҙәрҙәге "Йылым" тәбиғәт паркының рәсми төркөмөндә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас