Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Август 2024, 10:25

Депутаттар 20 йылдан ашыу бергә йәшәгән парҙарға

түләүҙәр индереү тураһында проектты әҙерләй. Әммә законды хупламаусылар ҙа бар...

Дәүләт Думаһының Ғаиләне яҡлау, атайлыҡ, әсәлек һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса комитеты 20 йылдан ашыуыраҡ йыл никахта торған ғаиләләргә аҡсалата ярҙам итеү тураһында закон проектын хуплай, тип белдерҙе комитет рәйесе Нина Останина (КПРФ).

Бынан алдараҡ Дәүләт Думаһының Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты рәйесе Ярослав Нилов Дәүләт Думаһында оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙар өсөн түләүҙәр тураһында закон проекты өҫтөндә эш алып барылыуы тураһында белдергәйне.

Закон проектында ныҡлы ғаилә ҡорған рәсәйҙәргә аҡса түләргә тигән тәҡдим бар. Шулай уҡ Министрҙар кабинетының проектты хупламауы хаҡында хәбәр ителә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас