Рәсәй триколоры тарихы 310 йылдан ашыу ваҡыт менән иҫәпләнә. Уға нигеҙ һалыусы тип 1705 йылдың 31 ғинуарында Указ сығарған Петр I танылған. Документҡа ярашлы, төрлө сауҙа судноларында аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәге флаг күтәрергә тейештәр. Туҡыманың өлгөһөн Петр I үҙе төшөргән, горизонталь һыҙаттарҙың тәртибен билдәләгән.
Әле башлыса (рәсми түгел) Рәсәй флагы төҫтәре ошолай аңлатыла: аҡ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫ һәм камиллыҡты, күк – тоғролоҡ һәм тотороҡлолоҡто, ҡыҙыл көс-ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра.
Дәүләт флагын Федераль Конституция законын боҙоп ҡулланған, шулай уҡ уны мыҫҡыл иткән өсөн, Рәсәйҙең закондар йыйылмаһына ярашлы, яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.