«Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 7.3-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон үҙ көсөнә инде, тип иҫкә төшөрҙөләр республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, ауыл хужалығы малдарын контролһеҙ көтөүгә ҡаршы көрәшеү маҡсатында малдарҙы тәртибен боҙған өсөн штрафтар күләме арттырылды. Граждандарға – 2000-4000 һум, вазифа биләгән кешеләргә – 7000-10 000 һум, юридик шәхестәргә 20 000- 25 000 һумға тиклем штраф һалыу күҙ уңында тотола.
Ҡабаттан хоҡуҡ боҙған өсөн штраф күберәк: граждандарға – 4500- 5000 һум, вазифа биләгән кешеләргә – 12 000-15 000 һум, юридик шәхестәргә – 30 000-45 000 һум.