Юлыҡ батыры – донъя чемпионатында
Нияз Зәйнәғәбдинов – Юлыҡ ауылы егете. Уға әле ун ете генә йәш. Шуға ҡарамаҫтан ул район, республика, Рәсәй, хатта донъя кимәлендә үҙ исемен танытыуға өлгәшкән. Нияз милли көрәш буйынса бер нисә тапҡыр район, республика, Рәсәй чемпионы булып танылған. Уның менән осрашып, ҙур спортта яһалған тәүге аҙымдары, киләсәккә пландары тураһында әңгәмәләштек.
- Ул саҡта миңә ун бер йәш ине. Милли көрәшкә ике туған ағайым Риф Әҙеһәмов ылыҡтырҙы. Ағайымдарҙың майҙанға сығып, уларҙың көрәшкәндәрен ҡыҙыҡһынып ҡарап, улар һымаҡ көслө булғым килә торғайны. Милли көрәшкә килер алдынан тәүҙә ата-әсәйемдең ризалығын алдым. Улар рөхсәт биргәс, ныҡлап шөғөлләнә башланым.
- Ата-әсәйеңдәр милли көрәшкә ҡаршы инеме әллә?
- Юҡ, әлбиттә. Ләкин ата-әсәнең ризалығын алмайынса алға китеш юҡтыр, тип уйлайым. Тәүҙә Риф ағайым менән бергә үҙ аллы шөғөлләндек. Иртәнсәк тороп йүгерә башланыҡ, төрлө күнекмәләр яһаныҡ. Һуңынан, өс-дүрт ай үткәс, мәктәптә эшләп килгән милли көрәш буйынса түңәрәккә йөрөй башланыҡ. Бында мин тәүге тренерым Илфат Дәүләтбаев ҡарамағында шөғөлләндем.
- Беренсе еңеү ҡасан булды?
- Тәүге ярыштарҙа гел еңелә торғайным. Тренерым Илфат Миңлебай улы тырышлығымды күреп, тағы ла нығыраҡ күнекмәләр яһатты, күберәк өйрәтә башланы. Ҡыҫҡаһы, миңә иғтибарҙы арттырҙы. Шуның менән өмөт бағлауын белдерҙе. Тәүге еңеүем 2019 йылда район беренселегендә булды. Унда икенсе урынды яуланым. Ул ваҡытта минең өсөн был ҙур еңеү ине! Сөнки ата-әсәйем, тренерымдың алдында үҙемдең милли көрәш менән бушҡа шөғөлләнмәгәнемде күрһәттем. Был миңә тағы ла дәрт бирҙе, көс өҫтәне. Күнекмәләргә тағы ла нығыраҡ иғтибар биреп, шөғөлләнә башланым.
- Ныҡышмалы хеҙмәтеңдең емеше лә татлы...
- Эйе, артабан ниндәй генә ярышта ҡатнашһам да гелән призлы урындар яулай башланым. 2020 йылда Башҡортостан чемпионатында ҡатнаштым һәм беренсе урынды алдым. Ул ярыштан һуң беҙҙе Рәсәй чемпионаты көтә ине. Уға ныҡлы әҙерлек алып барҙыҡ. Башҡортостан йыйылма командаһына ингән көрәшселәрҙе бергә йыйып, ун көнлөк күнекмә уҙғарҙылар. Был чемпионатта икенсе урынды яулауға өлгәштем.
2022 йылда республика чемпионатында тағы ла еңеүсе булып танылдым. Һуңынан Рәсәй чемпионатында өсөнсө урынға сыҡтым. Улар араһында район һәм республика кимәлендә ойошторолған ярыштар ҙа күп булды. Уларҙа ла беҙ, Юлыҡ көрәшселәре, күп еңеүҙәр яуланыҡ. Шуның менән тренерыбыҙҙың өмөтөн аҡлауға өлгәштек.
- Тимәк, һине “бил бирмәҫ көрәшсе” тип атай башлауҙары юҡҡа түгел?
- Улай уҡ тип әйтеү менән риза түгелмен, әлбиттә. Сөнки ярыш ваҡытында төрлө спортсылар менән майҙанға сығырға тура килә. Ҡайһы ваҡыт еңеүҙәр артында еңелеүҙең дә булыуы ихтимал. Шуның өсөн даими рәүештә үҙ өҫтөңдә эшләргә, күнекмәләргә йөрөргә тура килә.
- Нияз, әле ҡайһы уҡыу йортонда белем алаһың?
- 2022 йылда урындағы мәктәпте тамамланым. Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһындағы тармаҡ технологиялар колледжында уҡыйым. 2-се курсты тамамланым. Бында ла көрәште ташламаным. Тренерым Рәмил Ғәлимовтың ҡул аҫтында шөғөлләнәм. Республика кимәлендә уҙған ярыштарҙа ҡатнашып, урындар яулайым.
- Күптән түгел интернет селтәрҙәре ун ете йәшлек Юлыҡ егете Нияз Зәйнәғәбдинов донъя чемпионатында еңеү яуланы, тип шауланы...
- Эйе, быны ҙур спортҡа аяҡ баҫыуымдың тәүге баҫҡысы, тип уйлайым. Тәүҙә Өфө ҡалаһында уҙған республика чемпионатында ҡатнашырға тура килгәйне. Унда ныҡлы һайлап алыу турын үттек. Был ярышта беренсе урынды яуланым. Һуңынан Рәсәй кимәлендә уҙасаҡ чемпионатҡа ебәрҙеләр. Һөҙөмтәлә икенсе урынды алдым. Унда беренсе һәм икенсе урынды яулаған егеттәргә Ҡазан ҡалаһында уҙасаҡ донъя чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғы бирелде. Шул иҫәптә мин дә бар инем. Ҡыуанысым сикһеҙ булды. Үҙ алдыма тренерымдың, ата-әсәйемдең өмөтөн аҡларға тейешмен, тигән маҡсат ҡуйҙым. Бында миңә майҙанға Үзбәкстан, Әзербайжан, Татарстан республикаларынан килгән егеттәргә ҡаршы сығырға тура килде. Ярым финалда еңелеп, өсөнсө урынды алыуға өлгәштем.
- Һинең өсөн иң ауыр бирелгән еңеү ниндәйе?
- Еңеүҙең еңеле, ауыры юҡтыр, тип уйлайым. Ә шулай ҙа Рәсәй кимәлендә ойошторолған турнирҙар күпкә етдиерәк. Сөнки унда көрәшселәр тотош Рәсәйҙән йыйыла. Үҙеңде лә күрһәтергә, башҡаларҙы ла күрергә, шулай уҡ тәжрибә тупларға ла мөмкинлек тыуа. Шуға күрә ҙур ярыштарҙа теләк менән ҡатнашам.
- Еңел бирелгән еңеү булдымы?
- Район кимәлендә ойошторолған ярыштар еңелерәктер, тип уйлайым. Сөнки улар менән беҙ даими осрашҡас, майҙанға ҡаршы сыҡҡан көрәшселәрҙең киләһе аҙымы ниндәй булырын алдан тойомларға була. Ошонда бер юлы милли көрәште районда үҫтереүгә булышлыҡ иткән республика Хөкүмәтенә һәм район хакимиәтенә рәхмәт әйтеп үткем килә. Элек-электән баймаҡтарҙың милли көрәштә үҙ урыны булған. Ата-баларыбыҙҙың данлыҡлы юлын дауам итеп, уны артабан спорт кимәлендә үҫтереүгә Баймаҡта шарттар булдырылған. Спорт коплекстарында, мәктәптәрҙә секциялар эшләй. Милли көрәш менән ун бер йәшемдә шөғөлләнә башлап, ун ете йәшемдә донъя чемпионатында ҡатнашып, өсөнсө урынды яулауым быға ныҡлы дәлил булып тора.
Шулай уҡ милли көрәш буйынса Юлыҡ ауылынан тәүге тренерым Илфат Миңлебаевҡа рәхмәтем ҙур. Ул минең кеүек бик күп көрәшселәр әҙерләп, майҙанға сығарҙы. Уларҙың да еңеүҙәренә сикһеҙ шатмын һәм артабан тағы ла ҙурыраҡ уңыштар теләйем. Еңеүҙәрем өсөн мине һәр саҡ дәртләндереп, көс биреп торған ата-әсәйемә, Өфөләге тренерым Рәмил Рәил улына ла рәхмәтем сикһеҙ.
- Нияз, бөтәһен дә ҡыҙыҡһындырған һорауҙы биргем килә: ярыштарҙа еңгән өсөн матди дәртләндереү ҡаралғанмы?
- Рәсәй кимәлендә уҙған ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урынға сыҡҡан өсөн ике тапҡыр аҡсалата приз алдым. Уның бер өлөшөн уҡыу кәрәк-яраҡтарына тотондом, ҡалғанын ата-әсәйемә бирҙем.
- Милли көрәш хәүефле спорт булып һанала. Йәрәхәт алғаның булдымы?
- Спорттың һәр төрө лә хәүефле инде. Шуның өсөн дә тренерҙар ҡушҡанды теүәл үтәргә кәрәк. Үҙемә килгәндә инде, ауыр йәрәхәттәр алғаным юҡ.
- Алдағы көндәргә ниндәй пландар бар?
- Һайлаған юлымдан туҡтамай, алға барырға. Артабан да милли көрәш буйынса шөғөлләнеүҙе дауам итергә уйлайым. Еңеүҙәргә өлгәшеп, тағы ла үҙ өҫтөмдә эшләргә, тигән маҡсат ҡуйғанмын.
- Ата-әсәйем һәм, әлбиттә, ағайҙарым. Улар минең уңыштарым менән даими ҡыҙыҡһынып, кәңәштәрен еткерә. Тура эфирҙа барған ярышты күҙәтеп, уның һөҙөмтәһен шунда уҡ белеп торалар. Кәңәштәрен әйтеп, баһаларын да ҡуялар.
- Спорттан тыш буш ваҡытыңда нимәләр менән шөғөлләнәһең?
- Ир-егеттәр өсөн тәғәйен эштәрҙе башҡарырға яратам. Мәҫәлән, утын ярыу, бесән эшләү, мал көтөү. Ата-әсәйем әйтмешләй, эшләгәнем улар өсөн булһа, миңә ул күнекмә лә булып тора.
- Кумир булып тора?
- Ағайҙарым. Барыһы ла спорт менән шөғөлләнә, сәләмәт тормош алып баралар. Улар кеүек көслө булғым килә.
- Спортсыларға ашарға ярамаған аш-һыу бармы?
- Татлы ашамлыҡтарҙан тыйылырға кәрәк инде. Шәкәр, фасфудтар ярамай.
- Спорт күп ваҡытыңды аламы?
- Әлегә төп маҡсатым булып һаналған уҡыуҙан һуң ҡалған буш ваҡытымда спорт менән шөғөлләнәм.
- Тағы ла ниндәй спорт төрөн яратаһың?
- Тәүге урында, әлбиттә, милли көрәш тора. Унан тыш футбол, баскетбол уйнарға яратам.
- Һабантуйҙарҙа ҡатнашырға тура киләме?
- Һабантуйҙарға барған һайын мотлаҡ рәүештә милли көрәштә ҡатнашырға тырышам. Еңеү яулаған осраҡтарым күп.
- Нисә һарыҡ алдың?
- Еңеүҙәрем күп булһа ла, әлегә бер генә һарыҡ алдым.
- Һинең өсөн нимә ул – спорт?
- Спорт ул – сәләмәт тормош алып барыу. Ул миңә үҙ алдыма аныҡ маҡсат ҡуйырға һәм шуға өлгәшергә өйрәтә. Көслө рухлы кешеләргә генә хас ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ тәрбиәләй.
- Милли көрәш менән шөғөлләнмәһәң, икенсе спорт төрөн һайлар инеңме?
- Юҡ, әлбиттә. Минең өсөн бары тик милли көрәш кенә бар. Сөнки мине тап ошо спорт менән шөғөлләнгән көслө рухлы батырҙар уратып алған. Тәү сиратта, әлбиттә, тренерҙарым Илфат Дәүләтбаев менән Рәмил Ғәлимов. Икенсенән, Риф Әҙеһәмов, Рушан Солтанов, Тимур Солтанов, Шамил Солтанов һәм башҡа Юлыҡ ауылы һәм Баймаҡ районы батырҙары менән бер спорт ғаиләһенә ойошҡанбыҙ. Ҡайҙа ғына булһам да Баймаҡ көрәшселәре менән бәйләнеш тотабыҙ.
- Нияз, ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт. Милли көрәш буйынса донъя кимәлендә еңеү яулаған Юлыҡ батыры менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Һиңә тағы ла ҙурыраҡ уңыштар, үрҙәр теләйбеҙ!
Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.
Фотола Нияз Зәйнәғәбдинов тренеры Рәмил Ғәлимов менән.