Новости
21 Август 2024, 06:15

Ямғырҙар туҡтаған икән

тип уйлаһаҡ... Синоптиктар алдағы ике көнгә һауа торошон билдәләне

Ямғырҙар туҡтаған икәнЯмғырҙар туҡтаған икән
Ямғырҙар туҡтаған икән

Алдағы ике көндә республикала ямғырҙар туҡтамай, тип фаразлай синоптиктар.

Бөгөн, 21 августа, Башҡортостанда йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән ҡойма ямғыр яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа йәшен. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Көндөҙ һауа +17, +22° тиклем йылына.

Кесаҙна, 22 августа, республикала шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8, +13°, көндөҙ иһә +15, +20° тиклем күтәрелә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас