Новости
21 Август 2024, 10:35

Темәстә

"Уңайлы ҡала мөхите". Бында ул эксперимент рәүешендә үткәрелә

ТемәстәТемәстә
Темәстә

Быйыл республикала тәүге тапҡыр “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проектында ҡатнашыу өсөн Темәс ауылы эксперимент рәүешендә һайлап алынды. Проект ике этаптан тора. Тәү сиратта Темәс ауыл биләмәһенең яңы административ бинаһы янында балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөләсәк. 390 квадрат метр майҙанда уйын һәм ял итеү ҡоролмаларын урынлаштырыу күҙаллана, баҙар биләмәһе яңыртыласаҡ. Бында брусчатка һалынасаҡ, магазин хужалары эргә-тирәләге биләмәләрҙе ремонтлаясаҡ, сауҙа өсөн айырым урындар барлыҡҡа киләсәк. Планға шулай уҡ биләмәне йәшелләндереү һәм ағастар ултыртыу индерелгән. Был эштәр быйыл башҡарыласаҡ. Киләһе йылда программаның икенсе этабы тормошҡа ашырыласаҡ. 2025 йылда административ бина алдында парковка буласаҡ, баҙар бинаһы ремонтланасаҡ.

А. Юлдашбаев фотолары.

Темәстә
Темәстә
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас