+24 °С
Ямғыр
Быйыл районда иген культураларын йыйыу ҡатмарлы шарттарҙа башланды.
Һауа торошон иҫәпкә алып, Йылайыр зонаһы хужалыҡтары С.П. Касьянов, «Николай һәм Компания» ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыуға тотондолар. Бөгөнгә улар 60 гектар борсаҡ йыйып алған, уңыш гектарынан 20 центнер тәшкил итә.
Бөтәһе быйыл 87873 гектар яҙғы сәсеүҙе, 2552 гектар техник культураларҙы һәм 29050 гектар мал аҙығы культураларын йыйып алырға кәрәк.
Шулай уҡ малсылыҡ өсөн мал аҙығы әҙерләүгә лә иғтибар бүләбеҙ. Бөгөнгө көнгә мал аҙығы культуралары менән майҙандарҙың яҡынса 27% сабылған: 4,3 мең тонна бесән (14%) һәм 5,4 мең тонна сенаж (37%) әҙерләнгән.
А. Юлдашбаев фотолары.