Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы менән 2019 йылда башланғыс алған “Башҡорт ихаталары” программаһы Баймаҡта яҡшы тормошҡа ашырыла. Ҡалала был тәңгәлдә алып барылған ҙур эштәрҙең һөҙөмтәһен күреп, халыҡ уға ышаныс белдерә. Әленән-әле тәҡдим менән сығалар, үҙҙәре лә һуңғы эш һөҙөмтәһен күреү өсөн төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаша.
2019 йылда ҡаланың Салауат Юлаев проспектының 31-се, 33-сө һәм Юбилей урамының 1-се йорттарҙың ихаталарында тулы реконструкция үтте. Шулай уҡ Салауат Юлаев проспектының 25-се йорт алдына асфальт япмаһы түшәлде, электр яҡтыртҡыстары яңыртылды. Һуңғы йылдарҙа иһә Әлибаев урамының 53-сө “а”, 57-се һәм Юбилей урамының 3-сө, Әлибаев урамының 49-сы, Юбилей урамының 2-се, 4-се, Тыныслыҡ урамының 17-се, 19-сы, 21-се, 23-сө, Тыныслыҡ урамының 3-сө, 3-сө “а”, 3-сө “б”, Салауат Юлаев проспектының 13-сө, 15-се, 17-се, Муса Йәлил урамының 17-се йорттарында йәшәүселәр оло ҡыуаныс кисерҙе. Уларҙың да ихата алдарында күп мөмкинлектәр тыуҙы: асфальт япмаһы түшәлде, тротуарҙар яңыртылды, балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡалҡып сыҡты, автомобилдәрҙе ҡуйыу урындары барлыҡҡа килде, урамдарҙы яҡтыртыуға электр энергияһы селтәре һуҙылды.
Үҙен танытмауҙы һораған ханым, "Башҡорт ихатаһы" программаһы сиктәрендә алып барылған эштәргә ҡарап, көнләшеүен йәшермәне:
- Есенин урамының 8-се йортонда ун һигеҙ йыл йәшәйем. Беҙҙең ихата алдында бик күптән бындай төҙөкләндереү эштәре булғаны юҡ. Ҡасан сират етер икән? Эйе, был төбәктә йәшәүселәр өсөн шатланабыҙ. Әммә күҙебеҙ ҙә ҡыҙа. Беҙҙең ихата алдында ла ошондай уҡ балалар һәм спорт майҙансығы булыуын теләйбеҙ, юлға асфальт түшәлһен, тротурар барлыҡҡа килһен ине.