Новости
20 Август 2024, 13:15

Халыҡ менән аралашыу

үҙебеҙгә лә ижади ҡанаттар ҡуйҙы...

Халыҡ менән аралашыуХалыҡ менән аралашыу
Халыҡ менән аралашыу

Агитбригадалар сығышы

ЙӨРӘКТӘРГӘ СӘЙӘХӘТ

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы тарафынан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы менән берлектә ойошторолған “Беҙ бергә” проекты сиктәрендә драматург, яҙыусы, тәржемәсе Әминә Яхина менән Темәс, Ниғәмәт һәм Сыңғыҙ ауылдары халыҡтары менән осрашырға насип булды. Кисәләрҙә ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеү, яҙыусылар менән осрашыуҙар һәм “Далан” эстрада-фольклор төркөмөнөң концерты ҡаралған ине. Һәр ауылда ла саралар үҙенсәлекле, йылы, ихлас үтте. Райондаштарыбыҙҙың әҙәбиәткә, яҡташ яҙыусыларҙың ижадына битараф булмауы ҡыуандырҙы – ихлас һорауҙарын бирҙеләр, кәңәштәрен еткерҙеләр, айырым йыр-шиғырҙарыбыҙҙы һорап уҡыттырҙылар, йырлаттырҙылар. Автографтар ҡуйып китаптарыбыҙҙы бүләк иттек, теләүселәр һатып та алдылар. Һәр бер урында тәмле сәй табындары менән ҡаршы алындыҡ. Бының өсөн урындарҙа ойоштороусыларға айырым рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырабыҙ.

Ғөмүмән, халыҡ менән аралашыуҙар үҙебеҙгә лә ижади ҡанаттар ҡуйҙы. Филармония артистары – “Далан” эстрада-фольклор төркөмөнөң алмаштырғыһыҙ йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы , «Яҙғы тауыштар» республика йыр конкурсы лауреаты Миңзифа Исҡужина, төркөм етәксеһе, композиторы һәм йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Артур Туҡтағолов, ҡурайсыһы Венер Сәйфетдинов һәм бейеүсеһе Урал Мостафин ҡатнашлығындағы шәп концерт күңелдәргә милли рух өҫтәне. Хәрби операцияға һәм Ғаилә йылына арналған сығыштарҙан торған йөрәк өҙгөс тә, һағышлы ла, шул уҡ ваҡытта өмөт утын дөрләтер дәртле лә концертты күпме ҡараһаҡ та, танһыҡтарыбыҙ һис тә ҡанманы. Артистар менән дә ижади бәйләнеш булдыра алыу мөмкинлеге тыуҙы. Бының өсөн ошо проектты ойошторған етәкселәребеҙгә сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ! Халҡыбыҙҙың йөрәктәренә сәйәхәтебеҙ үҙебеҙҙең дә йөрәктәрҙе илһам менән һуғарғанын тойҙоҡ.

Айгөл Ишемғужина (Иҙелбаева), БР һәм РФ Яҙыусылар һәм Журналистар беклектәре ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Халыҡ менән аралашыу
Халыҡ менән аралашыу
Халыҡ менән аралашыу
Халыҡ менән аралашыу
Халыҡ менән аралашыу
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас