Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Август 2024, 11:50

Ямғырҙар ауыл хужалығына зыян килтерҙе

Республика буйынса ул 1,06 миллиард һумды тәшкил итә. Районыбыҙҙа ла эштәр туҡтап тора...

Тупраҡтың артыҡ дымланыуы сәбәпле Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәренә килтерелгән зыян суммаһы 1,06 миллиард һум тәшкил итә. Яҡынса 120,5 мең гектар майҙанда уңыш юҡҡа сыҡҡан, шуның 112,3 мең гектарын бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлылар биләй. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә хөкүмәт вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

Фәзрахманов һүҙҙәренсә, 11 июлдән 11 сентябргә тиклем ғәҙәттән тыш хәл режимын индереү тураһында республика хөкүмәте ҡарарының проекты әҙерләнгән.

Әлеге ваҡытта районыбыҙҙа ла урып-йыйыу эштәрен башлап булмай. Ямғырҙар мөмкинселек бирмәй. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас