+24 °С
Ямғыр
Стәрлетамаҡта Дуҫлыҡ урамында ҡурҡыныс авария теркәлгән. Унда йәш ҡыҙ һәләк булған. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 22 йәшлек урындағы егет Mitsubishi Galant машинаһы менән идара итә алмай һәм ҡаршы килгән Renault Logan менән төкөшә. Һөҙөмтәлә 18 йәшлек Mitsubishi пассажиры ваҡиға урынында һәләк була, тағы ла бер 18 йәшлек ҡыҙ дауаханаға оҙатыла. Авария факты буйынса тикшереү үткәрелә, бер нисә экспертиза тәғәйенләнгән.
Юлдарҙа, зинһар, һаҡ булығыҙ!