Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Август 2024, 03:45

"Орленок" лагерын реконструкциялау мәсьәләһе ҡарала

Был хаҡта Андерй Назаровтың эш сәфәре барышында билдәле булды

"Орленок" лагерын реконструкциялау мәсьәләһе ҡарала"Орленок" лагерын реконструкциялау мәсьәләһе ҡарала
"Орленок" лагерын реконструкциялау мәсьәләһе ҡарала

БР Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров "Орленок" һауыҡтырыу лагерында булды.  Республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса сәфәр барышында 80 йыл элек төҙөлгән балалар лагерын реконструкциялау мәсьәләһе тикшерелде.

- Әлбиттә, ошо йылдар дауамында лагерҙа ремонт эштәре башҡарылған, әммә ағас биналар туҙа. Бында яңы корпустар төҙөргә кәрәк. Һауыҡтырыу лагеры матур экологик таҙа урында урынлашҡан, бында Урал аръяғынан балалар ял итә. Уны йыл әйләнәһенә эшләтеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар, – тип белдерҙе Министрҙар кабинеты етәксеһе.

Әлеге ваҡытта лагерҙа 200-гә яҡын бала бар. Йәйге каникул дауамында бөтәһе 600-гә яҡын бала Һәм үҫмер ял иткән.

- Республика Башлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығы менән 2022 йылда ашханаға капиталь ремонт үткәрҙек. Беҙҙең лагерға сменалар бик алдан алына. Сөнки  ял итеү хаҡы-республика субсидияһын иҫәпкә алып,  7497 һумға төшә. Бында урындар матур һәм татыу коллектив, балаларға оҡшай. "Орленок"ты яңыртыу, әлбиттә, кәрәк, – тине лагерь директоры Әлфиә Уразаева.

Андрей Назаров яуаплы ведомстволарға һауыҡтырыу лагерын реконструкциялау буйынса бөтә эштәрҙең смета хаҡын иҫәпләргә ҡушты.

– Бөтәһен дә иҫәпләргә һәм шунан һуң "Орленок"ты ны реконструкциялау мәсьәләһен ҡарарға кәрәк,-тип йомғаҡ яһаны Премьер-министр.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас