Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Август 2024, 12:20

Мәктәп уҡыусылары яңы уҡыу йылында нисек ял итәсәк?

Яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙың 166 уҡыу көнө һәм 130 ялы була. Беренселәрҙең ял көндәре 9 көнгә күберәк...

Башҡортостанда 2024-2025 уҡыу йылына календарь донъя күрҙе. Календарь буйынса, уҡыусыларҙың көҙгө каникулы – 26 октябрҙән 4 ноябргә, ә ҡышҡыһы – 29 декабрҙән 12 ғинуарға тиклем. Беренсе класс уҡыусылары өсөн 15 февралдән 23-нә ҡәҙәр өҫтәмә каникул була.

Яҙғы каникул 29 марттан 6 апрелгә тиклем планлаштырыла. Йәйге каникул 27 майҙа башлана.

Шулай итеп, яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙың 166 уҡыу көнө һәм 130 ялы була. Беренселәрҙең ял көндәре 9 көнгә күберәк.

Автор:
Читайте нас