+21 °С
Болотло
Белорет районында юғалған бәшмәксене ике көн эҙләгәндәр. 67 йәшлек ир 16 августа урманға сығып китә һәм юғала. Быға тиклем ул ҡатынына шылтыратып, Белорет ҡалаһы эргәһендәге районда булыуын, өйгә юл таба алмауын хәбәр итеп өлгөрә. Ҡатыны ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр юғалған кешене эҙләп урманды тикшерә. Ирҙе юлда «Лиза Алерт» ирекмәндәре таба. Уға медицина ярҙамы талап ителмәй.
Үкенескә ҡаршы, бәшмәкселәрҙең аҙашыуы йышайҙы. Шуға күрә иғтибарлы булығыҙ! Өйөгөҙҙән алыҫ китмәгеҙ!