Башҡортостандан өс донъя чемпионы!
Ҡаҙағстандың Алма-ата ҡалаһында йәштәр араһында янғын-ҡотҡарыу спорты буйынса IX чемпионаты үтте. Унда Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан да ҡатнаштылар.
Уларҙың береһе - Даяна Нафиҡова. Ул ҡаршылыҡтар ҡуйылған 100 метр аралыҡты етеҙ темпта үтеп донъя рекордын ҡуйырға өлгәште. Дисциплинаны уҙыу өсөн уға 16,34 секунд талап ителде. Ул шулай уҡ “Штурмлау баҫҡысы” дисциплинаһында өсөнсө урынды яуланы. Ә бына “Янғын һүндереүселәр эстафетаһы”нда команда менән сығыш яһап, шулай уҡ алтын призер булып танылды. “Хәрби йәйелдереү” турнирында бронза миҙал яуланы. Афарин, Даяна!
Валерия Булыгина ла яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Ул “Штурмлау баҫҡысы” дисциплинаһында кесе йәштәгеләр төркөмдә шулай уҡ чемпион булып танылды. 100 метрға ҡаршылыҡтар аша йүгереүҙә бронза миҙал яуланы.
Александр Тягушев та “Янғын һүндереүселәр эстафетаһы”нда команда менән сығыш яһап, шулай уҡ алтын призер булып танылды. “Хәрби йәйелдереү” турнирында бронза миҙалы яуланы. Ә инде шәхси беренселектә өснсө урынға сыҡты.
Шулай итеп, Башҡортостанға өс донъя чемпионы дүрт алтын һәм биш бронза миҙал менән ҡайтып килә. Ҡотлайбыҙ һәм улар менән ғорурланабыҙ! Бындай һөҙөмтәгә улар, әлбиттә, ныҡышмалылыҡ һәм даими спорт менән шөғөлләнеү арҡаһында килде.
Сығанаҡ: МЧС Башкортостан
Фото: @qr_tjm
Видео: @firesportpro