Туймазыла мутлашыусылар пенсионерҙың 5 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған. 65 йәшлек ҡатынға бер ир шылтыратып, үҙен хоҡуҡ һаҡлау структураһы хеҙмәткәре тип таныштыра. Ул билдәһеҙ кешеләрҙең уның исеменә кредиттар алыуын хәбәр итә. Мутлашыуҙы булдырмау өсөн улар алған кредиттарҙы аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә кәрәклеген белдерә. Пенсионер ҡатын мутлашыусыларға ышана һәм банктан кредит ала, шулай уҡ уның фатирҙы һатыуҙан аҡсаһы була. Һөҙөмтәлә ҡатын шылтыратыусылар биргән иҫәптәргә 5 миллион һумдан ашыу аҡса күсерә. Ә алдашыу ҡорбаны булыуын аңлағандан һуң, полицияға мөрәжәғәт итә. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Таныш булмаған һандарҙы алмағыҙ, зинһар! Ошондай хәбәр һөйләй башлаһалар, телефонды һүндерегеҙ һәм банкка мөрәжәғәт итегеҙ.