+24 °С
Ямғыр
Мерәҫ ауылында "Сәләмәт ауыл - 2024" акцияһы сиктәрендә округтар араһында Урам байрамдары дауам итә.
Бөгөн "С. Юлаев "округы (депутаты Вәлиева Нәркәс Әнүәр ҡыҙы) байрамға "Шишмә" округын (депутаты Хәмитова Бәҙерниса Минниғәле ҡыҙы) саҡырып халҡыбыҙҙың матур йолаларының береһе - Килен төшөрөү, Килен һөйөү һәм Шишмәгә юл күрһәтеү йолаларын күрһәтте.