Әбйәлил районының Геологоразведка ауылынан 69 йәшлек байкершаға интернеттағы популярлығы штраф меннә тамамланды. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре социаль селтәрҙәр мониторингы барышында оло йәштәге ҡатындың шлемһыҙ мотоцикл менән идара итеүен күрә. Хеҙмәткәрҙәр ҡатын менән осрашып, транспортта йөрөүҙә һаҡланыу сараларын ҡулланыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрҙе. Айырыуса иғтибар мотоциклдар һәм мопедтар иң хәүефле транспорт сараларының береһе булыуына йүнәлтелде.
Һөйләшеү барышында оло йәштәге ҡатын үҙенең мотошлемын күрһәтә һәм шул көндө ике тәгәрмәсле транспортта уһыҙ 100 метр самаһы ғына юл үтеүен аңлата. Быны ул видео өсөн генә эшләй, уныһын да үтеп барыусыларҙың һорауы буйынса. Ул һәр ваҡыт юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә тырышыуы тураһында аңлата. Уны. водитель стажы яҡынса 50 йыл. 1974 йылда А категорияһына уҡый. Уның һүҙҙәренсә, ошо йылдар эсендә ул бер ҡасан да бындай хоҡуҡ боҙоуҙар яһамаған.
Ҡатынға РФ Административ Хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.6-сы статьяһы буйынса административ материал төҙөлгән. Ул мотоцикл йәки мопед менән мотошлемһыҙ идара иткән өсөн яза биреүҙе күҙ уңында тота. Ҡатын быны аңлап ҡабул итә һәм башҡаса һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаясағын белдерә.