+24 °С
Ямғыр
Кисә Башҡортостанда рейдтар башланды. "Беҙҙең төп маҡсат — иҫерек водителдәр, идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән кешеләр, шулай уҡ теркәлмәгән транспорт менән идара итеүселәр ҡатнашлығындағы аварияларҙы туҡтатыу, - тип аңлатма бирҙе баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов. - Дәүләт автоинспекцияһы өҫтәмә полиция көстәре менән көсәйтеләсәк, тимәк, һеҙҙең тыныслыҡ һәм яҡлау өсөн бергә эшләйәсәкбеҙ».
ДӘҮЛӘТ АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ водителдәрҙе һәм республика халҡын хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы: Әгәр һеҙ иҫерек водителде күрһәгеҙ шунда уҡ хәбәр итегеҙ - 279-3292 йәки @gibddrb_02bot чат-ботын ҡулланығыҙ.