Новости
16 Август 2024, 05:30

Иң тәмле ҡымыҙ

уңған апайҙарҙа

Иң тәмле ҡымыҙИң тәмле ҡымыҙ
Иң тәмле ҡымыҙ

Фестивалдә күпселек тәмле һәм шифалы эсемлек - ҡымыҙ күргәҙмәһе янына ашҡына. Сөнки бында уның ниндәйе генә юҡ! Бөгөн Ҡымыҙ-фест конкурсыда төрлө райондан килгән ҡымыҙҙы тәмләргә була. Баймаҡ районы Йомаш ауылынан Зифа Иҫәнова һәм Аҡтауҙан Миңзәлә Иҫәндәүләтованы күптәр белә. Иң тәмле, иң шәп ҡымыҙ уларҙа. Зифа апай: - Ҡымыҙҙы яратып алалар. Туйға, аяттарға заказ күп килә. Уны трейлеры эшләйем. Ыҫланғаны ла, сейәлеһе лә, башҡа тәм менән дә бар. Ҡымыҙымды ситтән килгән халыҡ яратып ала, тиҙ генә бөтә. Был бигерәк тә дәртләндерә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас