Улар "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале башланғандан алып дежурҙа торалар. Улар сара ҡунаҡтарына һәм ҡатнашыусыларына тәүлек әйләнәһенә 2 ашығыс ярҙам бригадаһы, күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм ҡурсаҡ театры сәхнәһе артында урынлашҡан медицина тирмәһендә медицина ярҙамы күрһәтергә әҙерҙәр.
Медицина бригадалары беренсе медицина ярҙамы ғына күрһәтеп ҡалмайҙар, ауырыуҙы тикшерә һәм кәрәк булһа, дауаханаға ла оҙата. Фестиваль ҡунаҡтарына ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеүҙе дөйөм алғанда 30 медицина хеҙмәткәре тәьмин итәсәк.
"Фестивалдең хөрмәтле ҡунаҡтары, мөмкин булған бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмау өсөн аттар янында иғтибарлы булығыҙ. "Башҡорт аты" фестивалендә үткән мәлегеҙ ҡыуаныстар менән генә үрелеп барһын", -- тиҙәр улар.