Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Август 2024, 07:05

Башҡортостан тәбиғәте иҫ киткес матур, халҡы шундай ҡунаҡсыл

Ҡаҙағстан ҡунағы Дархан Шахабаев үҙенең һоҡланыуын йәшермәй

Башҡортостан тәбиғәте иҫ киткес матур, халҡы шундай ҡунаҡсылБашҡортостан тәбиғәте иҫ киткес матур, халҡы шундай ҡунаҡсыл
Башҡортостан тәбиғәте иҫ киткес матур, халҡы шундай ҡунаҡсыл

Ҡаҙағстандан ат спорты буйынса тренер Дархан Шахабаев “Башҡорт аты” фестивалендә быйыл икенсе тапҡыр ҡатнаша. Был сараға уны былтыр “Ирәндек” хәйриә фонды етәкселәре саҡыра һәм ул был тәҡдимде ихлас ҡаршы ала. Быйыл да ул фестивалгә иң беренселәрҙән булып килеп еткән.

-Мин ат спортын үҫтереү тармағы менән 2020 йылдан маҡсатлы шөғөлләнәм, - ти Дархан. - Беҙҙә нигеҙҙә адай һәм джабе, шулай уҡ мугалжар тоҡомло аттар киң таралған. Шул уҡ ваҡытта һуңғы осорҙа Ҡаҙағстанда кустанай тоҡомлоһон тергеҙеү менән шөғөлләнәләр. Беҙҙә йылҡысылыҡты үҫтереүгә дәүләт тарафынан ҙур иғтибар бүленә, ат спорты киң таралған төрҙәргә инә.

Башҡорт аты” фестиваленең ошондай халыҡ-ара кимәлдә үтеүе һоҡланыу тыуҙыра, бында өйрәнәһе тәжрибә етерлек. Башҡорт атына килгәндә, ул үҙенең сыҙамлы булыуы, теләһә ниндәй шарттарға яраҡлашыуы, иң үҙенсәлекле сифаттарға эйә булыуы менән бар халыҡтарҙың да иғтибарын үҙенә тарта. Башҡорт тоҡомло ат үҙенең сифаттары буйынса беҙҙең мугалжар тоҡомона бик оҡшаған, сөнки улар иң яҡшылары булыуы менән айырылып тора.

Шуныһы һөйөнөслө, һеҙҙең тәбиғәтегеҙ шул тиклем матур, һоҡланып туйғыһыҙ! Ә халҡығыҙ шундай ҡунаҡсыл, алсаҡ, аш-һыуҙарығыҙ үҙеесәлекле, телде йоторлоҡ. Былтыр, фестивалдән һуң, “Ирәндек” фонды егеттәре Башҡортостан, атап әйткәндә, Баймаҡ һәм Бөрйән райондары буйлап сәйәхәткә алып сыҡты. Күркәм тәбиғәт, бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе таң ҡалдырҙы беҙҙе.

Быйылғы “Башҡорт аты” фестивале лә ойошҡанлы бара, сара майҙаны төрлө ярыштар, сығыштарҙан гөж килеп тора. Ысын мәғәнәһендә тәжрибә уртаҡлашырлыҡ, башҡа халыҡтарға өлгө булырлыҡ шәп сара был!

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас