Новости
14 Август 2024, 09:20

МЧС тағы ла иҫкәртә

Ведомствола яуым-төшөм тураһында мәғлүмәт алғанда шәхси транспортта йөрөүҙән тыйылырға, мөмкин булһа фатирҙа йәки эштә ҡалырға кәңәш иттеләр...

МЧС тағы ла иҫкәртәМЧС тағы ла иҫкәртә
МЧС тағы ла иҫкәртә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, Башгидромет фаразы буйынса, 15 августа республикала урыны менән йәшен йәшнәүе, елдең секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә. Шулай уҡ йәнә республиканың көньяҡ өлөшөндә көслө ямғыр яуыуы көтөлә. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмерәк. Ведомствола яуым-төшөм тураһында мәғлүмәт алғанда шәхси транспортта йөрөүҙән тыйылырға, мөмкин булһа фатирҙа йәки эштә ҡалырға кәңәш иттеләр.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас