Новости
14 Август 2024, 06:10

Матурлыҡты үҙебеҙ тыуҙырабыҙ

- Бер шулай Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡҡа эш сәфәре менән килгәнендә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев менән беҙҙең йорт эргәһенән үтеп бара ине. Уларға барып, беҙҙең дә подъезды ҡарап сығыуын һораным. Ҡаршы булманы, килеп беҙҙең көнкүреш менән танышып сыҡты. Ремонт кәрәклеге хаҡында үтенесемде еткерҙем. Ул ваҡытта Радий Фәрит улы бер һүҙ ҙә өндәшмәне...

- Беҙ йәшәгән был йорт 1970 йылда төҙөлгән, - тине Баймаҡ ҡалаһының Тыныслыҡ урамындағы 17-се йортонда йәшәүсе подъезд буйынса яуаплы Людмила Савченко. -  Ғаиләм менән бында 54 йыл йәшәйем. Йылдар үтеү менән был йорт та тамам туҙҙы, иҫкерҙе. Капиталь ремонт талап ителде. Бер шулай Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡҡа эш сәфәре менән килгәнендә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев менән беҙҙең йорт эргәһенән үтеп бара ине. Уларға барып, беҙҙең дә подъезды ҡарап сығыуын һораным. Ҡаршы булманы, килеп беҙҙең көнкүреш менән танышып сыҡты. Ремонт кәрәклеге хаҡында үтенесемде еткерҙем. Ул ваҡытта Радий Фәрит улы бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ләкин уның тейешле күрһәтмә биргәне аңлашылды. Сөнки киләһе йылына беҙҙең подъезда ғына түгел, тотош йортта капиталь ремонт эштәре башҡарылды. Ҡыйығы яңыртып ябылды, йорттоң тышҡы йөҙө һәм подъездарҙың стеналары буяп-һыланды. Нигеҙе нығытылды. Улай ғына ла түгел, беҙҙең йорт алдында “Башҡорт ихатаһы” программаһына ярашлы балалар һәм спорт майҙансығы ҡалҡып сыҡты. Шундай иғтибар өсөн республика Башлығы Радий Хәбировҡа, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа һәм уларҙың командаһына рәхмәт кенә белдерәбеҙ.

Людмила Савченко башҡарылған эштәр тураһында  ҡыуанып һөйләне. Һөҙөмтәлә 2021 йылда “Иң яҡшы күп ҡатлы йорт подъезы һәм ихата алды” конкурсында ҡатнашып, Тыныслыҡ урамындағы 17-се йорттоң беренсе подъезы икенсе урын яулаған ине.

Матурлыҡты үҙебеҙ тыуҙырабыҙ
Матурлыҡты үҙебеҙ тыуҙырабыҙ
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас