Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
13 Август 2024, 12:30

Мутлашыусылар Азат Бадрановтың ялған битләүеген эшләгән

Унда Радий Хәбировтың "ҡатын-ҡыҙҙарҙы донор сифатында Курск өлкәһенә мәжбүри ебәреү тураһында"ғы уйҙырма, ялған указына ярҙам итеү тураһында пост баҫылып сыҡты. Ышанмағыҙ!

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Баҙранов, мутлашыусылар уның «Бәйләнештә»социаль селтәрендәге ялған битләүеген булдырған, тип иҫкәртте. Унда Радий Хәбировтың ҡатын-ҡыҙҙарҙы донор сифатында Курск өлкәһенә мәжбүри ебәреү тураһындағы указына ярҙам итеү тураһында пост баҫылып сыҡҡан.

"VK-ла минең ялған битем булдырылды, унда мин был алдыҡ указды хуплайым тип яҙылған. Рәсми рәүештә был мәғлүмәтте кире ҡағам. Был йәмғиәтебеҙ берҙәмлеген тарҡатыуға һәм мине дискредитациялауға йүнәлтелгән асыҡтан-асыҡ ялған һәм провокация», - тип яҙҙы Азат Шамил улы. Шулай уҡ ул бындай алдауҙарға ышанмаҫҡа, тикшерелгән һәм рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына ышанырға саҡырҙы. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас