+24 °С
Ямғыр
Район етәксеһе "Башҡорт аты"на әҙерлек мәсьәләләрен тикшерҙе. Оло әһәмиәттәге сараны ойоштороуы күп эште һәм бар нескәлектәрҙе күҙ уңында тотоуҙы талап итә. Оперативкала һәр йүнәлеш буйынса тулы анализ яһалды, әҙерлек кимәле ентекләп ҡаралды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башҡҡорт аты" фестивале Граф күле буйында 15-16 августа үтәсәк. Беренсе көнөндә һайлап алыу турҙары һәм ҡыҙыҡлы конкурстар буласаҡ. Төрлө семинарҙар ойоштороласаҡ. Шулай уҡ сюрприз булып быға тиклем үткәрелмәгән милли уйындар ҙа үтәсәк. Ике көндә лә төрлө төбәктәр һәм күрше илдәрҙән килгән ҡунаҡтар, үҙебеҙҙең спортсылар сағыу тамаша менән һөйөндөрәсәк. Иң тәмле ҡымыҙҙы ла нәҡ ошо фестивалдә генә тәмләп буласаҡ. рәхим итегеҙ!