Алдағы өс көндә республикала ямғырлы һауа торошо һаҡланасаҡ, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн Башҡортостанда ямғыр яуасаҡ, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус.
Шишәмбе, 13 августа, йәнә ямғыр яуасаҡ, республиканың ҡайһы бер райондарында йәшен йәшнәйәсәк. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14, көндөҙ +15, +20.
Шаршамбы, 14 августа, һауа торошо үҙгәрмәйәсәк. Шулай уҡ ямғыр яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14, көндөҙ +15, +20.