Новости
12 Август 2024, 04:55

1 сентябрҙән күп балалы ғаиләләрҙән булған уҡыусылар

транспортта бушлай йөрөйәсәк

1 сентябрҙән күп балалы ғаиләләрҙән уҡыусылар өсөн бушлай юл йөрөү тураһында закон көсөнә инә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан. "

- Июндә республикала "Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам саралары тураһында"ғы законға үҙгәрештәр индерелде, — тине Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. - Ҡала йәмәғәт транспортында, автобустарҙа, трамвайҙарҙа һәм троллейбустарҙа бушлай йөрөү яңы ярҙам сараларының береһе булды».

Бындай ярҙам сараһы күп балалы ғаиләләрҙәге бөтә уҡыусыларға ла ҡағыла, мохтажлыҡ критерийы юҡ. Ул уҡыу көндәрендә 1 сентябрҙән 31 майға тиклем ғәмәлдә буласаҡ, ял, байрам һәм каникулдарҙан тыш — йылына ни бары 192 көн. Башҡортостанда өс һәм унан күберәк балаһы булған, шул иҫәптән уллыҡҡа алынған һәм опекаға йәки попечителлеккә ҡабул ителгән, статусы мөҙҙәтһеҙ билдәләнгән ғаилә күп балалы ғаилә тип иҫәпләнә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас