+24 °С
Ямғыр
Көн элгәре полицияға 13 һәм 14 йәшлек ике үҫмерҙең юғалыуы тураһында ғариза килгән. Ата-әсәләре әйтеүенсә, балалар урманға бәшмәк йыйырға киткән һәм кискә тиклем өйҙәренә ҡайтмаған. Үҙаллы эҙләү уңышһыҙ тамамланғас, улар ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт итә. Юғалған балаларҙы эҙләүҙә полиция, МЧС, ирекмәндәр ойошмалары хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ урындағы халыҡ тораҡ пункттар эргәһендәге урманды тикшерә. 11 августа иртәнге сәғәт 11-ҙә балаларҙы һунарсы таба. Улар ныҡ һыуланған һәм хәлһеҙләнгән, әммә иң мөһиме тере.
Был хәл Иглин районында теркәлгән.
Балаларҙы яңғыҙын урам-ҡырға ебәрмәгеҙ!