+21 °С
Болотло
Магнитогорск ҡалаһының ЮХХДИ-һы Башҡортостанда Озерный – Күсем руднигы юлында транспорт хәрәкәте ябылыуы хаҡында хәбәр итте.
– Ташҡын һәм һыу ағыҙыу зарурлығы сәбәпле, Әбйәлил районында Озерный ауылы менән Күсем руднигы араһында транспорт хәрәкәте туҡтатылды. Районға барыуҙы кисектереп тороуҙы йә альтернатив маршруттар менән файҙаланыуҙы һорайбыҙ. Юлдың был участкаһында ремонт-тергеҙеү эштәре алып барыла, — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Быға тиклем М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте өлөшләтә ябылғайны.
Автор: Дарья Субботина
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-09/iz-magnitogorska-zakryli-odnu-iz-dorog-v-bashkiriyu-3879445