Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
9 Август 2024, 03:25

Илдар Бикҡужин исемендәге фотоконкурс оҙайтылды

Баш ҡалабыҙ Өфөнөң 450 йыллығына арналған «Минең тыуған төйәгем - ҡурай сәскә атҡан ерем» конкурсына эштәрҙе 15 сентябргә тиклем ебәрергә кәрәк.

Илдар Бикҡужин исемендәге фотоконкурс оҙайтылдыИлдар Бикҡужин исемендәге фотоконкурс оҙайтылды
Илдар Бикҡужин исемендәге фотоконкурс оҙайтылды

ӨДНТ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурста мәктәп уҡыусылары, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, шулай уҡ 14 йәштән фото сәнғәтен яратыусылар ҡатнаша ала. Ул "Тыуған илемдең йөҙө", "Тыуған илдең архитектураһы", "Тыуған илемдең тәбиғәте" һәм "Ҡала силуэттары" номинациялары буйынса баһаланасаҡ.

Заявкалар press@uust.ru электрон почтаһы аша 2024 йылдың 15 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр 10000, 5000 һәм 3000 һум күләмендәге аҡсалата приздар менән бүләкләнәсәк. 

Конкурс университеттың сығарылыш уҡыусыһы Илдар Бикҡужиндың исеме менән аталды. Илдар ғүмеренең һуңғы йылдарында Башҡортостанда туризмды үҫтереү менән шөғөлләнә, мәҙәни һәм мәғариф проекттарын тормошҡа ашыра. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт - университеттың сайтында.

 
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас