Өфөлә «Башҡорт ихаталары» республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Ухтомский, 16 һәм Мусоргский урамдарындағы, 23, 25, 25/1 йорттарҙың ихата майҙаны төҙөкләндерелде. Бында юлдарҙың һәм тротуарҙарҙың асфальт япмаһы, фасадтар һәм подъездарға инеү урындары яңыртылды, парковка урындары киңәйтелде, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлдө, йәшел майҙандар барлыҡҡа килде.
– Республика программаһы ярҙамында йыл һайын Өфөлә тиҫтәләгән ихата төҙөкләндерелә. Ул үҙенең актуаллеген һәм файҙалы булыуын күптән иҫбатланы. Шуныһы ҡыуаныслы, «Башҡорт ихаталары» ҡала халҡының туранан-тура ҡатнашлығында һәм уларҙың контроле аҫтында тормошҡа ашырыла. Ә беҙ, муниципаль депутаттар, был йәһәттән уларға ярҙам итәбеҙ, — тип белдерҙе 1-се һайлау округы буйынса депутат, ҡала округы башлығы, Өфө ҡалаһы Советы рәйесе Марат Вәсимов.
Баймаҡтар ҙа тиҙҙән шундай ҡыуаныс кисерәсәк. Ошо программа сиктәрендә Тыныслыҡ урамының 25-се, С.Есенин урамының 1-се, 3-сө, С.Чекмарев урамының 17-се йорттары алдында эштәр тамамланыуға табан бара. Әле унда һуңғы төҙөкләндереү эштәре бара.
«Башҡорт ихаталары» программаһы республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән 2019 йылда тормошҡа ашырыла башланы. Иғтибар Баймаҡ ҡалаһына ла бирелде. 2019 йылда ҡаланың Салауат Юлаев проспектының 31-се, 33-сө һәм Юбилей урамының 1-се йорттарҙың ихаталарында тулы реконструкция үтте. Шулай уҡ Салауат Юлаев проспектының 25-се йорт алдына асфальт япмаһы түшәлде, электр яҡтыртҡыстары яңыртылды. Һуңғы йылдарҙа иһә Әлибаев урамының 53-сө “а”, 57-се һәм Юбилей урамының 3-сө, Әлибаев урамының 49-сы, Юбилей урамының 2-се, 4-се, Тыныслыҡ урамының 17-се, 19-сы, 21-се, 23-сө, Тыныслыҡ урамының 3-сө, 3-сө “а”, 3-сө “б”, Салауат Юлаев проспектының 13-сө, 15-се, 17-се, Муса Йәлил урамының 17-се йорттарында йәшәүселәр оло ҡыуаныс кисерҙе.