+24 °С
Ямғыр
Бөгөн беҙ яҡташыбыҙҙы, лейтенант Ғүмәров Артур Рәис улын һуңғы юлға оҙаттыҡ.
Артур Рәис улы илдең саҡырыуын ҡабул итеп, махсус хәрби операцияла үҙ теләге менән ҡатнаша. Был ысын ир-егет һайлауы, һәм ул беҙҙең тәрән ихтирамға лайыҡ. Ҡулына ҡорал алып, ул алғы һыҙыҡта була, илдең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон, тыныс тормошобоҙҙо яҡлай һәм беҙ уға бының өсөн рәхмәтлебеҙ. Еңеүҙән һуң, һинең исемең, илде яҡлағандарҙың исемдәрен, беҙ тарихҡа яҙырбыҙ, неонацистар менән көрәштә Рәсәйҙе яҡлағандарҙың исемдәрен иҫкә алырбыҙ һәм хөрмәт итербеҙ.
Һалдатҡа мәңгелек дан һәм яҡты хәтер... Тыныс йоҡла, Артур!
Батыр яугирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.