Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын 2022 йылда махсус операцияға мобилизацияланған ире янына юлланған. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Азамат Сәйфуллин мөхәббәт тарихы хаҡында социаль селтәрҙә яҙған .
Ҡатын һуғыш барған ергә тәүҙә барырға ҡурҡыуы, әммә был сәфәре өсөн үкенмәүен белдерә.
«Мөхәббәт барыһын да еңә. Ҡайһы берәүҙәр, был тапалған һүҙҙәр, тип әйтер, әммә был әйтемдең мөһимлеген тормош үҙе раҫланы. Айырыуса ул махсус хәрби операция зонаһында һиҙелде. Яҡын кешемде күреү теләге мине ошондай хәүефле юлға, алғы һыҙыҡҡа юлға сығырға этәрҙе. Мин иремде дүрт ай буйы күрмәнем. Айырылышыу бик ауыр, ныҡ итеп һағындым, нисек янына барып етергә белмәнем», – ти һалдат ҡатыны.
Әхирәте уға Көйөргәҙе районынан отпускынан һуң СВО-ла биләмәһенә юлланған һалдат менән бергә часҡа тиклем барырға тәҡдим итә. Ҡатын был тәҡдимде ҡыуанып ҡабул итә һәм ире янына барырға ҡарар ҡыла.
«Тәүәккәллеккә ҡарамаҫтан, сәфәр еңелдән булманы. 2 мең ярым саҡрымдан ашыу юл үттек», – ти яугир ҡатыны. — Дөрөҫөн әйткәндә, ҡурҡтым. Әммә барыһы ла яҡшы буласағын белә инем. Һәм, ниһайәт, көтөп алған осрашыу. Мине тик бәхет тойғолары биләп алды. Күптәр минән «Нисек унда?» тип һорай. Унда ҡурҡыныс. Осоп барған дрондар, артиллерия тауышы. Ҡыйыу, тәүәккәл тормош иптәшемде үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Минең батырым! Мин өйгә тыныс еңел менән ҡайтып киттем, бик тиҙҙән ирем ялға ҡайтыр тип өмөтләнәм. Әгәр нимәлер план буйынса килеп сыҡмаһа, мин был ауыр юлды тағы ла бер нисә минут бәхетте татыу, һөйгәнем янында булыу өсөн үтергә әҙермен».