Баймаҡ ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау эштәре дауам итә. Уларҙың тышҡы йөҙөн, ҡыйығын, инженер селтәрҙәрен төҙөкләндереүҙән тыш подъездарға ла айырым иғтибар бирелә.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡҡа булған бер эш сәфәрендә 1969 йылда төҙөлгән Тыныслыҡ урамының 17-се йорттоң торошон менән танышҡайны. Шул ваҡытта 52 кеше йәшәгән ике ҡатлы йорттағы подъездарҙы мотлаҡ төҙөкләндереү кәрәклеге хаҡында белдергәйне. Һөҙөмтәлә 2019 йылда 20 подъезы яңы һулыш алды. 2020 йылда иһә биш күп ҡатлы йорттоң 16 подъезында капиталь ремонт эштәре алып барылды. Юбилей урамының 3-сө йорттоң дүртенсе подъезы республика кимәлендә иғлан ителгән “Иң яҡшы подъезд” конкурсында өсөнсө урынды яуланы. 2021 йылда иһә шундай уҡ конкурста Тыныслыҡ урамының 17-се йорттоң беренсе подъезы икенсе урынға сыҡты. Әйткәндәй, был йылда туғыҙ күп фатирлы йорттоң 28 подъезында төҙөкләндереү эштәре алып барылған ине.
"Төҙөкләндерелгәнгә лә, таҙа тотҡанға ла подъезыбыҙ матур", - тип рәхмәттәрен белдерә бөгөн яңы һулыш алған күп ҡатлы фатирлы йортта йәшәүселәр.