+21 °С
Болотло
Рәсәй спортсылары 17 йәшлек Мирра Андреева һәм 20 йәшлек Диана Шнайдер Олимпиадала ҡатнаша. Тениссылар майҙанда финал уйындарында Италия ҡыҙҙары Эррани һәм Паолиниға еңелеп (6:2, 1:6, 7:10), көмөш миҙалға лайыҡ булды.
Мирра Андреева - Красноярск ҡалаһынан. Ул 1992 йылдан алып теннис буйынса еңеү яулаған иң йәш олимпия призеры.
Шәхси категорияла Андреева Польшанан Магда Линеттҡа, ә Шнайдер Ҡытайҙан Ван Сиюйға еңелде.
Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru/news/sport/2024-08-05/r-s-y-tennissylary-olimpiadala-k-m-sh-mi-al-yaulany-3872845